Дистанцион уҡыуҙың файҙаһын күрәбеҙ
Дистанцион уҡыуҙың файҙаһын күрәбеҙ. Бөгөн беҙҙең Иҫке Сибай урта мәктәбенең 5а һәм 5б кластары уҡыусыларында ҡунаҡта "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө солисы, художество етәксеһе, БР атҡаҙанған артисы, Ш, Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Ринат Рамаҙанов булды.
• Дәрестең темаһы "Башҡорт- арғымаҡлы халыҡ". Башҡорт теле уҡытыусыһы Рафиҡова Л,Һ, дәресте Мәрйәм Бураҡаеваның" Арғымаҡ" китабынан өҙөк менән башлап ебәрҙе: Арғымаҡ - ул Аң, Рух, Ғәм,Ырыҫ, Моң, Аҡыл, Ҡот. Ошо 7 төшөнсә беҙҙең халыҡты көслө итә. ""
• "Арғымаҡ"тың солисы беҙгә төркөм, уңыштары хаҡында һөйләне. Халыҡ, тел яҙмышына битараф булмаған кеше булараҡ, уҡыусыларға башҡорт теле ни өсөн кәрәк, ул кешене ҡайҙарға алып барып еткерә ала икәнен тәфсирләп аңлатты. Башҡорт телен белһәң, төрки донъяны аңлайһың, тип балаларҙы ҡыҙыҡтырып һөйләне сәсән егет
• Дәрес аҙағында Ринат Рамаҙанов «Бирешмә» йырын йырлап, ҡурайҙа уйнаны. Уҡыусылар өсөн был осрашыу бик фәһемле булды.