1. Ученикам
  2. Новости
  3. Онлайн встреча с блогером

Онлайн встреча с блогером

Ноябрь 29, 2022 Просмотров: 80
Сәләмәтлек һәм ғүмер оҙонлоғо туҡланыуға ла бәйле икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Дөрөҫ туҡланғанда организм кәрәкле витаминдар менән туплана, матдәләр алмашыныуы яҡшыра. Шуға ла кесе йәштән үк дөрөҫ туҡланырға, файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә өйрәнергә кәрәк.
Дүшәмбе көнө 8-11 кластар өсөн башҡорт блогеры, мотиватор, дөрөҫ туҡланыу серҙәренә өйрәтеүсе Мөхәмәтдинова Гөлфиә Миңлеғәле ҡыҙы менән фәһемле онлайн - осрашыу үтте. Гөлфиә Миңлеғәле ҡыҙы балалар өсөн дөрөҫ туҡланыу, йоҡо режимы булдырыу, һыу эсеүҙе тәртиптә тотоу тураһындае һөйләне.
Аҡһым һәм витаминдар организмда етмәһә, баланың уҡыуы буйынса өлгәшеүе насарайыуы , дәрестәрҙә тиҙ арыуы, дөрөҫ туҡланмау кәүҙә үҫеше процесы боҙолоуға һәм даими йоғошло ауырыуҙар эләгеүгә килтереүе тураһында ентекле аңлатып китте. Ҡоро-һары ашау балаларҙа гастрит, ҡалҡан биҙе ауырыуы, күҙ күреү насарайыуы һәм башҡа хроник сирҙәргә килтереүенә сәбәпсе булыуын һөйләп үтте.
Уҡыусылар биргән һорауҙарға яуаптар алынды. Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны.Һәр кем үҙенә ниндәйҙер яңылыҡ алды. Гөлфиә Миңлеғәле ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбез.