1. Родителям
  2. Новости
  3. 1 июнь - халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!

1 июнь - халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!

Июнь 2, 2021 Просмотров: 175
1 июнь - халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө! Күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө тип билдәләнә, ә Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала. 
Мәҙәниәт йорто алдында башланғыс синыф уҡыусылары, уҡытыусылары менән берлектә, байрамды флешмоб менән башлап ебәрҙеләр. Илнур Ваһапов менән Эльвира Танһыҡҡужина төрлө спорт ярыштары үткәрһә, бәләкәстәр асфальтта һүрәт төшөрөп, талантлылар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп, мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнашҡан балаларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Килгән бала-сағаларҙың барыһына ла татлы приздар тапшырылды. 
Бар күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайбыҙ һәм балаларға йәйге каникулдар ваҡытында бик шәп ял итеүҙәрен, ата-әсәләр һәм дуҫтар менән шат аралашыу, яңы асыштар һәм сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар теләйбеҙ!Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын.