1. Родителям
  2. Новости
  3. Һуңғы ҡыңғыра

Һуңғы ҡыңғыра

Май 27, 2021 Просмотров: 44
22 майҙа Республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәре гөрләп торҙо – ун беренсе класс уҡыусылары өсөн был көндө “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраны. 
Был һағышлы ла, шатлыҡлы ла байрам Иҫке Сибай мәктәбендә лә ун беренселәрҙе белем усағы менән хушлашыу сафына баҫтырҙы. 11 кластың матурҙарҙан-матур ҡыҙҙары һәм егеттәренең йондоҙло сәғәте һуҡты, ғүмерҙә бер ҡабатлана торған мәл дә етте. Быйылғы уҡыу йылын 11кластан - 7 уҡыусы, 9а, 9б кластарынан 35 укыусы тамамланы. 
Сығарылыш класс уҡыусыларын мәғариф бүлегенән Сиражетдинов Ишбулды Зәйнулла улы, Сибай ауыл хәкимиәте башлығы Утарбаев Сибай Сәмиғулла улы тәбрикләп киттеләр. Мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашҡан, ауылым – Атайсалым тип янып көйөп йөрөгән уҡыусыларыбыҙға Сибай ауыл хәкимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ниндәй матур, илаһи мәл, ғүмерҙә бер тапҡыр ҡабатлана торған тантана! Йәшлек, мөхәббәт, гүзәллек, көс-ҡеүәт ташып-урғылып торған йәштәргә тик яҡты киләсәк кенә теләргә ҡала!