1. Родителям
  2. Новости
  3. #Башҡорттарихыйылы

#Башҡорттарихыйылы

Май 27, 2021 Просмотров: 78
 Иҫке Сибай урта мәктәбендә Башҡорт тарихы йылы йөкмәткеле дауам итә. БДУның Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты, Сибай ҡала крайҙы өйрәнеүселәр ойошмаһы етәксеһе Сөләймәнов Фуат Мырҙағәле улы менән осрашыу үтте. Уҡыусылар һәм ҡунаҡтар тарихсының ҡыҙыҡлы сығышын тын да алмай тыңланылар. Фуат Мырҙағәле улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бай мәғлүмәт бирҙе, башҡорттарҙың тарихын боронғонан алып бөгөнгөгә тиклем бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. 
Үҙебеҙҙең яҡтың үткәне тураһында белеү ҙә файҙалы, фәһемле булды. 
Олайыр тигән боронғо ҡаласыҡ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алынды. Башҡорт халҡының данлы, шанлы үткәнен ҡыҙыҡлы факттар менән нығытып бәйән итте ғалим. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Иҫке Сибай ауылы яугирҙәренең барыһы ла батырҙар, тигән фекеренән һуң уҡыусыларҙа шул тарихты тәрәндән өйрәнеү теләге барлыҡҡа килгәндер, сөнки Фуат Мырҙағәле улы уларға ниндәй китаптарҙан был хаҡта уҡырға мөмкин икәнен әйтеп китте. Был сығыштың тәбиәүи әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ булды. 
Ҡурай моңона үрелеп барған сара барыһына ла оҡшаны.