"Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ" темаһына асыҡ дәрес үтте
Февраль 18, 2021
Просмотров: 184
#военнопатриотическиймесячник
#ХәрбиПатриотикАйлыҡ
23 февраль, Ватан һаҡлаусылар көнө уңайынан 6а класында "Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ" темаһына асыҡ дәрес үтте. Уҡыусылар һуғыш тураһында үткән бүлекте йомғаҡланылар. Башҡорт тарихы йылына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған дәрес һәр ваҡыттағыса бик йөкмәткеле, рухлы, мәғлүмәтле булды. "Шайморатов генерал" шиғыры буйынса әңгәмәлә уҡыусылар арҙаҡлы шәхесебеҙ тураһында һөйләне. Күмәкләшеп йырҙы башҡарыу барыһына ла оҡшаны. Балалар үҙҙәренең ҡарт ҡартаталарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт әҙерләгәндәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән ҡартатайҙары хаҡында алтынсылар ғорурланып һөйләне. Башҡорт теле уҡытыусыһы Л.Һ. Рафиҡованың да ҡартатаһы Мостафин Ғәлимйән Абдулла улы ла шул дивизия менән данлы һуғыш юлы үткән.
Икенсе әҫәр- Ә. Бикчәнтәевтың "Бөркөт һауала үлә" повесы. Балалар уның йөкмәткеһен яҡшы үҙләштергәндәр. Малайҙар дзот тураһында мәғлүмәт әҙерләгән, хатта матур итеп һүрәтен дә төшөрөп класташтарына күрһәттеләр. Барыһы ла ҙур ғорурлыҡ менән А. Матросов тип белгән геройҙың Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы егете Шәкирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеге тураһында белделәр. Башҡорт егеттәренең яуҙарҙа күрһәткән ҙур батырлыҡтары тураһында фекер алыштылар. Р. Насировтың "Ҡайҙан һин, Матросов" китабы менән таныштылар.""
Уҡытыусы башҡорттарҙың хәрби сословие булыуы, ил сиген ышаныслы һаҡлауы, беренсе саҡырыу менән үҙ аттары, ҡоралы, кейеме, ризығы менән яуға әҙер тороуы тураһында мауыҡтырғыс итеп бәйән итте. Әһәмиәтле, рухлы, йөкмәткеле дәрес барыһына ла оҡшаны.