Ҡышҡы балыҡ тотоу айырыуса мауыҡтырғыс
Январь 6, 2021
Просмотров: 98
Ҡышҡы балыҡ тотоу айырыуса мауыҡтырғыс. 6ғинуар көнө Иҫке Сибай ауылы янындағы быуала ҡышҡы балыҡ тотоу бәйгеһе үтте. Был сарала әүҙем ял һәм ҡышҡы балыҡ тотоуҙы яратыусылар ҡатнашты. Өлкәндәр менән берлектә балаларҙың да ҡатнашыуы бәйгегә йәм өҫтәне. 1 класс уҡыусыһы Утарбаев Даян “Иң йәш балыҡсы ”номинацияһына лайыҡ булды. Был сараны ойошторған, спонсор булған Фәнил һәм Линиза Ирмаковтар ғаиләһенә рәхмәттәр еткерәбеҙ.