1. Родителям
  2. Новости
  3. «Егәрлеләр, ябайҙар..Шулай улар – Сибайҙар!

«Егәрлеләр, ябайҙар..Шулай улар – Сибайҙар!

Сентябрь 22, 2022 Просмотров: 84
20 сентябрь көнө Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары Сибай концерт-театр берекмәһенең «Егәрлеләр, ябайҙар..Шулай улар – Сибайҙар!» тамашаһын ҡарарға барҙы. Филармонияның яңыртылған бинаһын күптәр тәүләп күрҙе. Бик матур залда сағыу тамаша ҡарап, йыр-моң, бейеүҙәргә ихлас ҡул саптыҡ. Концерт бер тында үтеп китте. Бейеүселәрҙең, йырсыларҙың сығыштары күңелебеҙгә хуш килде.
Тамаша бөткәс, уҡыусыларға филармония буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән фойела фотоға ла төштө уҡыусылар. Филармония хеҙмәткәрҙәре З. Р. Ғирфановаға, Ә. Б. Ғәлинаға йөкмәткеле экскурсия өсөн ҙур рәхмәт!
Балаларға филармония бик оҡшаны. Уҡыусылар тағы ла килергә теләк белдерҙе. Мәктәп директоры С. М. Рафиҡов барыбыҙҙың исеменән рәхмәт белдереп, коллективҡа артабан да ижади уңыштар теләне.