Башҡорт тарихы йылы

Март 26, 2021 Просмотров: 63
 Беҙҙең Иҫке Сибай мәктәбендә Башҡорт тарихы йылы ойошҡанлы, йөкмәткеле башланды. 
 
16 март көнө Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” исемле әҫәре буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары әҙерләгән спектаклгә барҙыҡ. 
 
Башҡорттар китте һуғышҡа, 
 
Оҙатып ҡалды күк Урал. 
 
Ат уйнатып алдан бара, 
 
Шайморатов генерал. 
 
Ошо легендар йыр буйынса реквием итеп сәхнәләштерелгән тамашала беҙ бығаса күреп өйрәнгән ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр, утта янмаҫ , һыуҙа батмаҫ, хатта башҡа ер кешеләренә оҡшамаған Миңлеғәле Шайморатовты түгел, ә үҙенең ҡәҙерле һалдаттарын күрәләтә үлемгә ебәреп, күңел ғазаптары кисергән командирҙы күрәбеҙ. Әйтергә кәрәк, быны аңыбыҙ ҡабул итергә әҙер түгел ине. Мәгәр артист Вадим Ғилманов беҙҙе ышандыра алды. Генералдың тәрән кисерештәрен тамашасыға еткереп, һуғыштың ҡот осҡос яҡтарын күрһәтә алды Сибай театры артистары. 
 
Уҡыусылар менән бөгөн һөйләшеүҙәр буйынса шул аңлашылды: балалар тамашаның эстәлеген аңлағандар, ҡуйыусыларҙың нимә әйтергә теләгәнен әйтә алдылар, хатта илап ҡараныҡ, тиеүселәр күп. Күптәре 112-се атлы кавалерия һалдаттарыны булған ҡарт ҡартаталарының һуғышта ни кисергәнен бөтөн күңеле менән тойған, Бөйөк Еңеүҙең ҡиммәтен төшөнгән. Битараф ҡалғаны юҡ уҡыусыларҙың. 
 
Ит турағыс был спектаклдә иң төп деталдәрҙән. Эйе, һуғыш- ит турағыс, ул дәһшәтле ваҡиғалар ни тиклем алыҫта ҡалһа ла, йөрәктәге яралар әле лә һулҡылдай. 
 
Балалар: "Бер ҡасан да һуғыш булмаһын, илдәр, кешеләр, күршеләр татыу, тыныс йәшәһен", тигән һығымта яһаны. 
 
Шундай драманы әҙерләгән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры коллективына, спектаклде ҡуйыусыларға ҙур рәхмәт! Декорация, музыкаль биҙәү, костюмдар, бейеү хәрәкәттәре тамашаны тағы ла көслөрәк итә. 
Л. Рафикова