Иҫке Сибай мәктәбенә спорт инвентарзарын тапшырыу
Февраль 12, 2021
Просмотров: 89
5 февраль көнө Иҫке Сибай мәктәбенә спорт инвентарзарын тапшырыу өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары Бадранов Азат Шамил улы, Урал аръяғы ихтимағи инициативалар берлегенең төбәк ойошмаһы вәкиле Султанов Иҙел Миндияр улы, Башҡортостан Республикаһының олимпия резервы Мәктәбе директоры- Мөхәмәтйәнов Ирек Миңлеғәле улы, Башҡортостан Республикаһының Бокс Федерацияһы вице Президенты- Аслаев Наил Төхбәт улы, яҡташыбыҙ, бокс буйынса Рәсәй Федерацияһы спорт мастеры, шәхси эшҡыуар- Хәмзин Данил Мансур улы эш сәфәре менән килеп ҡайттылар. Бөтә бүләктәр ҙә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм «Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары » союзы тарафынан әҙерләнде.