Иҫке Сибай мәктәбендә Башҡорт теле йылы ойошҡанлы үтте
Декабрь 30, 2020
Просмотров: 32
#БашкортТелейылы2020#
Иҫке Сибай мәктәбендә Башҡорт теле йылы ойошҡанлы үтте. Йөкмәткеле саралар, осрашыуҙар, төрлө дәрестәр, конкурстар һөҙөмтәле булды. Декабрь айында Башҡорт теле айлығы иғлан ителде. Уҡыусылар теләп ҡатнашты. Бөгөн шул сараларҙа еңеүселәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. "Йөрәк һүҙе", "Иң шәп блогер", "Иң оҫта шиғыр һөйләүсе" конкурстарында, викторинала еңеүселәр билдәләнде.