Милли кейемдәр көнө
Сентябрь 10, 2021
Просмотров: 30
Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Иҫке Сибай мәктәбе лә был матур саранан ситтә ҡалманы.Мәктәбебеҙҙең уҡытыусылары ла, уҡыусылары ла был байрамда әүҙем ҡатнашты: тематик дәрестәр үткәрелде, күргәҙмәләр ҡуйылды, видеояҙмалар ҡаралды.
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!