Милли кейемдәр көнө

Сентябрь 10, 2021 Просмотров: 41
Башҡорт теле уҡытыусыһы Рафиҡова Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы 8а, 10,11 кластарҙа, һәр ваҡыттағыса, бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле, ойошҡанлы дәрес үткәрҙе. Ул әҙерләгән зауыҡлы күргәҙмәләге ҡашмау, таҡыя, селтәр, ҡалпаҡ, хәситә һәм башҡа әйберҙәрҙе күреп, тотоп ҡараны уҡыусылар. Күп эштәрҙе уҡытыусы үҙе эшләгән. Боронғо камзул, француз яулығы тарихы ла ҡыҙыҡлы булды. Ләлә Һөйөндөковна үҙенең өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы камзулды кейеп, дәрес бирҙе. Ул китаптар күргәҙмәһе лә әҙерләгәйне. С,Н, Шитованың, С. Руденконың, А.С. Камалиеваның әҫәрҙәре бар ине, уларҙы күреү ҙә уҡыусыларға бай мәғлүмәт бирҙе. Дәрестәр уҡыусылар өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булды