Фәнис Сирбаев менән осрашыу
Февраль 21, 2022
Просмотров: 58
Иҫке Сибай мәктәбендә Туған телдәр көнө матур үтте.
БР яҙыусылар союзы ағзаһы, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, "Юлдаш йыры " лауреаты шағир, йырсы ауылдашыбыҙ Фәнис Сирбаев менән осрашыу булды. Ф. Сирбаев балалар менән тиҙ генә уртаҡ тел тапты, ул йор һүҙле, сәсән телле, фекерле кеше булыуы менән уҡыусыларҙың күңелен яулап алды. Балаларҙың ҡыҙыҡлы, ҡайһы берҙә көтөлмәгән һорауҙарына тапҡыр яуап бирҙе. Диалог ике яҡҡа ла оҡшаны. Уҡыусылар яҡташ әҙиптең шиғырҙарын матур итеп һөйләне.
Фәнис Сирбаев үҙенең "Бәхет"(ҡоҙабыҙ В. Мәүлитов көйө) тигән йырын ихлас итеп башҡарҙы.
Бындай осрашыуҙар уҡыусылар өсөн фәһемле, шағир ҙа үҙе өсөн байтаҡ яңы эмоциялар, идеялар алғандыр, тип уйлайбыҙ.