Встреча

Февраль 18, 2022 Просмотров: 38
Патриотик айлыҡ сиктәрендә, ветерандар Советы уҡыусы балалар менән бик фәһемле осрашыу үткәрҙе. Осрашыуға Афған һәм Чечен һуғышынындағы ветерандар саҡырылғайны. Һуғыш ғазаптарын, михнәттәрен үҙ елкәләренән үткәреп, үлем менән күҙгә -күҙ осрашып, ауырлыҡтар аша үтеп тыуған ерҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ Марсель Шәрәфутдинов, Рәмил Ҡәйепҡолов, Рәфил Маннапов, Хәлил Ғөмәрев, Радик Бикчурин.
Ветерандарыбыҙ үҙҙәренең иҫтәлектәре менән бүлешеп, киләсәк быуын һалдаттары менән ихлас аралаштылар. Сара концерт номерҙәре менән аралашып барҙы.
Батырҙарса Чечен һуғышында һәләк булған Салауат Баязитовтыңда ата-әсәһе ҡатнашты. Яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, күк йөҙө аяҙ, тыныс булһын, бер ҡасан да һуғыш булмаһын тигән теләктә хушлаштылар.